Был юлы һауыҡтырыу туры сиктәрендә бер төркөм пенсионерҙар Мораҙым шарлауығына барҙы. Күптәр өсөн был урынға тәүге сәйәхәт. Сәфәр башында хаҡлы ялдағылар Күгәрсен тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды, юл алдынан физик күнекмәләр башҡарҙы. Сәфәрҙә ял итеүселәр өсөн юғары комфортлы автобустар бүленгән. Быға тиклем туристик төркөм Ғафури районы Красноусол ауылына сәйәхәт ҡылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы Радий Хәбиров башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Унда 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙ һәм 60 йәштән олораҡ ир-аттар ҡатнаша ала. Программа сиктәрендә пенсионерҙар өсөн республикалағы иҫтәлекле урындар, күрше төбәктәр һәм сит илдәргә сәйәхәттәр ҡаралған. Проект көмөш йәштәгеләрҙе билдәле тәбиғәт ҡомартҡылары менән таныштырыу, уларға ял бүләк итеү, уртаса йәш сиген оҙайтыуҙы маҡсат итеп ҡуя.






