Радий Хәбиров Учалы районында махсус хәрби операцияла һәләк булған Рим Закиров, Артур Бирғәлин, Нәдип Ваһапов, Артур Йомағужин, Арыҫлан Кирәев һәм Ринат Фәттәховтың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе яугирҙарҙың яҡындарының ҡағыларын уртаҡлашты. Радий Хәбиров әйтеүенсә, уларҙың һәр береһе герой һәм хәтер һаҡлау беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ. Башҡортостан башлығы яугирҙарҙың ата-әсәләренә генерал Шайморатов ордендары тапшырҙы .



