Хәйбулла районында тау-мәғдән компаниялары етәкселәренә иҫкәртеү яһалды

Улар менән Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов аралашты. Предприятиеларҙың ҙур йөк машиналары урындағы юлдарҙы емерә, ә яуаплылыҡтан ҡасыу өсөн ташыусылар ауырлыҡ контроле пункттары алдында машиналарҙан номерҙарын сисә. БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова тәртип боҙоусыларға ҡаршы ниндәй саралар күрелгәнен өйрәнде.

Хәйбулла районында юлдар оҙонлоғо - 550 километрҙан ашыу. Әммә ҡайһы бер урындарҙа улар үтә ныҡ таушалған. Табыш артынан ҡыуыу өсөн тау-мәғдән ташыусылар йөктө норманан артыҡ тейәй, ауырлыҡ контроле пункттарында дәүләт номерҙарына бысраҡ буяй йәки бөтөнләй алып ташлай. Был проблема ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеген көйләү буйынса буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында көнүҙәк мәсьәлә.

Ауырлыҡ контроле аша бысранған номерҙар менән үтмәһенләр өсөн йөк ташыусылар менән сара күрергә һөйләштек. . Шулай итмәҫкә ант иттеләр, әммә номерҙар һаман да йәшерелә. Колонналар менән йөрөмәҫкә һәм эҫе көндәрҙә киске ваҡытта йөрөйәсәктәр, тип килештек. Әммә килешелгәндең барыһы ла үтәлмәй. Ошо пункт буйынса ространснадзор менән эшләйбеҙ.

Рөстәм Шәрипов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы

Артыҡ йөк тейәү арҡаһында күп тонналы самосвалдар юл япмаһын ғына түгел, күперҙәрҙе лә эшлектән сығара. Тик уларҙы ремонтлауға ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар аҡса һалып бармай. Һөҙөмтәлә урындағы халыҡ юлһыҙлыҡтан интегә. Ведомство-ара комиссия рәйесе Азат Бадранов ай эсендә бөтә проблемалы объекттарҙы асыҡларға һәм мәсьәләне хәл итергә ҡушты.

Һеҙ тәжрибәле етәкселәр. әммә беҙ ҙә ябай түгел. Мин һеҙгә һуңғы иҫкәртеү яһайым. Район башлығы әйтеүенсә, һеҙҙең водителдәр номерҙарын ысҡындырып йөрөй.. Беҙ уларҙы баҫтырып тормаясаҡбыҙ, ә предприятиеғыҙҙы тәбиғәттән Файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт менән тикшерәсәкбеҙ. Беҙҙең менән шаярыу кәрәкмәй. Йәки был тәртипһеҙлекте туҡтатаһығыҙ, беҙ бында уйнап йөрөмәйбеҙ.

Азат Бадранов, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары

Тау-мәғдән предприятиелары етәкселәре менән бергә ведомство-ара комиссия ағзалары башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә тикшерҙе. Һүҙ Подольск баҡыр-цинк ятҡылығын эшкәртеүгә һәм ер аҫты руднигын төҙөүгә әҙерлек барышы, шулай уҡ Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты сиктәрендә боҙолған ерҙәрҙе рекультивациялау тураһында барҙы.

Подольск ауылындағы яңы биҫтә план буйынса бара. Һайлау бар, уртаҡ тел табабыҙ, аралашабыҙ. Һорауҙар бар, әммә хәл итәбеҙ. Осрашабыҙ, аҙнаһына ике тапҡыр штабтар үткәрәбеҙ. Аҙнаһына 1 тапҡыр Подольск ауылы халҡын ҡабул итәбеҙ. Жалыҡ башлыса уңайлыҡтары буйынса Аҡъярҙы йышыраҡ һайлай, һуңынан яңы ҡасабаны.

Рәмил Туҡаев, «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең персонал һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса директоры
Выборы 2026

Предприятие алдында бөтәһе 80 гектар майҙанды тәртипкә килтереү бурысы тора. Был эш бер-нисә этапта башҡарыла. Башта өҫкө ҡатламға рекультивацион мембраналар, япмалар, һуңынан уңдырышлы ҡатлам һалына, шунан һуң ғына үҫемлектәр ултыртыла.

Бизнес өсөн лицензияһыҙ ҡалыу бөлгөнлөккә төшөүгә тиң.Сөнки эшҡыуарҙарға документ алыу өсөн оҙаҡ көтөргә тура килә. Технологик талаптарҙы үтәмәү ул башбаштаҡлыҡ . Үкенескә күрә мәсьәләгә илке-һалҡы ҡараған кампаниялар ҙа бар, әммә беҙҙең ведомство эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Беҙ тиҙ арала был өлкәлә тәртип булдырасаҡбыҙ.

Азат Бадранов, Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары

Хәйбулла районында 15 предприятиеның ҡаты файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыуға лицензияһы бар. Ведомство-ара комиссия эшмәкәрлеге арҡаһында властарҙың ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар менән диалогы яйға һалынған. Был хаҡта Азат Бадранов халыҡ менән осрашыуҙа һөйләне. Шулай уҡ, Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, ул производство алдынғыларына маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.

Дөйөм алғанда, район тау-мәғдән сәнәғәте иҫәбенә әүҙем үҫешә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса муниципалитет йәлеп ителгән 500 миллион һум самаһыинвестициялар күләме буйынса 1-се урын яуланы . Был артабанғы үҫеш пландарын төҙөү, социаль инфраструктураны камиллаштырыу мөмкинлеген бирәсәк. Ә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға бәйле проблемалы мәсьәләләр ведомство-ара комиссия ярҙамында йылдан-йыл кәмей бара.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ