Ҡалаларҙа ғына түгел, күп фатирлы йорттар булған ауыл ихаталары ла яңырыу кисерә. Быйыл республикала «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса 143 биәләмә төҙөкләндереләсәк. Тәү сиратта күптән реновация талап ителгән урындар һайланған. Ремонт эшенең барышы тураһында киләһе яҙмала.
Тыныслыҡ, Есенин һәм Чекмарев урамдары араһындағы ихата тиҫтәләгән йылдар ремонт күргәне юҡ. Ниһәйәт беҙҙең урамда ла байрам , ти Баймаҡтар. Ихата тулыһынса яңы төҫ ала. Яйлап балалар һәм уйын майҙансыҡтары төҙөлә.
Бер үк ваҡытта эшселәр яңы эскәмйәләр монтажлай һәм заманса сүп-сар урналары ҡуя. Проект машиналар өсөн парковка урындарын арттырыуҙы ла иҫәпкә ала.
Мәләүездә лә ихаталар яңыртыла Был маҡсатҡа 30 миллион һум аҡса бүленгән. Эштәр Октябрь һәм Мәскәү урамдарында өйҙәр янында башланасаҡ. Йорттарҙа барлығы 200-гә яҡын бала йәшәй, шуға күрә тәү сиратта уйын майҙансығы тәртипкә килтереләсәк. «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған эш фатир милекселәре менән берлектә башҡарыла, проект төҙөгәндә уларҙың фекерҙәре иҫәпкә алына.
Ҡалалар ғына түгел, ауылдар ҙа үҙгәреш кисерә. Мәҫәлән, Стәрлебашта Мәктәп урамында 2, 4, 6-сы йорттар араһындағы ихата яңыртыла. Асфальт түшәлгән, бордюрҙар һәм тротуарҙар әҙер. Хәүефһеҙлекте видеокамералар күҙәтәсәк.
Әйкәндәй, бында ремонт эшенә комплекслы ҡарайҙар. «Башҡорт ихаталары» нан тыш тағы бер республика программаһы тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, 6-сы йортта подъездар ремонтланған. Баҫҡыс яндауҙары, почта йәшниктәре һәм стеналар танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.
«Башҡорт ихаталары» программаһы Радий Хәбиров башланғысы менән старт алғайны. Уның ярҙамында төбәк буйынса 1300-ҙән ашыу йорт яны биләмәһе тәртипкә килтерелгән. Ә был 400 меңдән ашыу кеше өсөн яңы уңайлы шарттар.
Быйыл йәнә 143 ихата яңы төҫ аласаҡ. Сентябрь аҙағына тиклем барлыҡ төҙөлөш эше тамамланырға тейеш. Тимәк, тиҙҙән халыҡ «Башҡорт ихаталары» менән бергә килгән уңайлылыҡты һәм хәүефһеҙлекте баһалай аласаҡ.
Әлфинә Килдейәрова






