Ауылдарҙы яңыртыу һәм халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү өсөн. Башҡортостанда «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль программаһына ярашлы төҙөкләндеүе эштәре ҡайнай. Уларҙың береһе Стәрлебаш районыныда ла бара. Әмир ауылында 1987 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә асылған стелла яңыртыла. Бер рәттән башҡа проекттар буйынса ла ремонт эше башланып тора. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажында.
Төҙөүселәр эштең финиш һыҙатына сыға. 40 йыл элек асылған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары стеллаһы хәҙер ҙур мемориаль комплекс һәм ял итеү паркын үҙ эсенә аласаҡ. Төҙөкләндереү «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль программаһына ярашлы башҡарыла. Бер мең квадрат метр тәшкил иткән майҙанда бәләкәй архитектура формалары ла урын аласаҡ.
Мемориаль комплекс ауылдың матур бер биҙәге булыуҙан тыш, урындағы халыҡ өсөн мөһим урын алып тора. Егеттәрҙе армияға, яугирҙарҙы махсус хәрби операцияға оҙатыу саралары ла тап ошонда үтә. Еңеү көнө уңайынан уҙғарылған байрамдарҙың да төп майҙансығы ул. Төҙөкләндерелгәндән һуң йәмәғәт урынында Мәңгелек ут барлыҡҡа киләсәк.Уны проект төҙөгәндә иҫәпкә алып өҫтәгәндәр. Әлеге ваҡытта биләмәгә тиклем газ торбалары һуҙыла. Әйткәндәй, Ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса барлыҡ «Мәңгелек ут» мемориалы тәбиғи яғыулыҡ менән бушлай тәьмин ителә.
Эшләгәс - еренә еткереп эшләргә, йә булмаһа тотонмаҫҡа, тигән девиз менән мемориаль комплекс артындағы мәсет ҡоймалары ла яңыртыла. 2007 йылда асылған иман йорто блоктар менән кәртәләнгән була. Ваҡыт үтеү менән ул ярыла башлай. Яңы тимер ҡоймалар «Атайсал» проектына ҡушылған бағыусылар ярҙамында урынлаштырыла. Шулай уҡ биләмәлә парковка төҙөлә.
Башҡорт тотоп ҡарамайынса ышанмай, тип юҡҡа ғына әйтелмәгәндер халыҡ мәҡәлендә. Аҡшишмә урамында асфальт түшәгәндәрен урындағылар тәҙрә аша түгел, тышҡа сығып күҙәтә. Стәрлебаш районы хакимиәте мемориаль комплекс биләмәһенә илткән юлды ла төҙөкләндерергә хәл иткән.
«Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль программаһы йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүҙе генә түгел, шулай уҡ социаль объекттар төҙөүҙе күҙ уңында тота. Был йүнәлештә Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы 2024-2030 йылдарға дәүләт программаһы проектын әҙерләне. Уға ярашлы ауылдарға 14 миллиард һумға яҡын аҡса йәлеп ителә.
Әлфинә Килдейәрова






