Миәкә, Баҡалы, Нуриман, Йәрмәкәй һәм Асҡын райондары конкурста ҡатнашып федераль субсидияға эйә булды. Был аҡсаға тамашалар залы йыһазландарыла, фильмдар күрһәтеү өсөн заманса ҡорамалдар һатып алына. Федераль программа буйынса беҙҙең республикала ауылдарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа 61 кино залы асылды.







