Быйыл республикала 200 километр оҙонлоҡта үтә насар юлдарҙағы 65 участка төҙөкләндерелә. Бөгөн оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова сығыш яһаны. Ул белдереүенсә, тиҙҙән бер нисә трассала ремонт башлана.
Шулай уҡ баҡсасылыҡ ширҡәттәренә юл ремонтлана. Был миҙгелдә 20 участканы тәртипкә килтереү ҡарала. Әле яуаплы ведомстволар подрядсыларҙы һайлау өсөн сауҙа үткәрергә әҙерләнә. Килешеүҙәрҙең бер өлөшөнә ҡул ҡуйыла. Эштәр октябрҙә теүәлләнергә тейеш. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөтә пландарҙы ваҡытында үтәргә, уларҙы күсермәҫкә кәрәк, тине.







