Асҡында яңы фельдшер-акушер пункты төҙөлә

Райондың Билгеш ауылында модулле бинаны урынлаштырыуға әҙерлек башланған. Район хакимиәтенән ошо турала белдерҙеләр. Төҙөлөшкә тәғәйенләнгән урын таҙартылған. Пункттың каркасын ҡуйыу өсөн тимер бағаналар ултыртылған.

Быйыл республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, 7 объект төҙөү, 130-ҙан ашыу модулле ҡоролма урынлаштырыу ҡарала. Шулай уҡ 4 мең берәмек медицина йыһазы һәм 200 самаһы автотранспорт алына. 

Фото №1 - Асҡында яңы фельдшер-акушер пункты төҙөлә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ