Баш ҡалала ике ҙур эшлекле йыйын ойошторола. 26 июлдә “Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” Бөтә Рәсәй форумы, шулай уҡ “Аҡыллы ҡала. Беҙҙең киләсәк” йәштәр конгресы башлана. 26 июлдә иртәнге сәғәт 6-нан 8-гә тиклем Генерал-губернатор Перовский урамы ябыла. 27 июлдә көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 7-гә тиклем Пушкин урамының бер өлөшөндә транспорт хәрәкәте сикләнә. 25 июлдән 28-енә тиклем “Торатау” конгресс-холы янындағы парковкала автомобиль ҡалдырып булмай, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.







