Нижегородка биҫтәһендә йәшәгән Наталья һәм Салауат Ғилмановтар һәр ваҡыт түңәрәк йорт тураһында хыялланған. Улар ярым түңәрәк веранда эшләгән. Бының өсөн 40-ҡа яҡын иҫке телевизор кинескобы ҡулланылған. Ихатаның кәртәһе өсөн быяла шешәләр файҙаланылған. Үҙенсәлекле ғаилә Андрей Малаховтың “Рәсәйҙең иң ғәжәйеп йорттары” программаһында ҡатнашҡан.







