Башҡортостанда бөтә балалы ғаиләләр дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала

            Быйыл 210 меңдән ашыу бала өсөн берҙәм пособие тәғәйенләнгән. Ул балаға 17 йәш тулғансы һәм ауырлы ҡатындарға түләнә. Пособие ғаилә килеменә ҡарап ай һайын 13 мең һумға тиклем етә. Төбәктә ишле ғаиләләр йәки мохтаждарға башҡа ярҙам саралары ла ҡаралған. Республика менән идара итеү үҙәге белгесе Ильяс Сәғитов һөйләй.

Башҡортостанда бөтә балалы ғаиләләр дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала

                 Республикала можтаждар бала тыуғанға тиклем пособие юллай ала. Бынан тыш, әсәлек капиталынан айлыҡ түләү алып барырға була. Быйылдан сертификат суммаһы беренсе бала өсөн 630 мең һумға еткерелде. Ильяс Сәғитов дауам итә.

Башҡортостанда бөтә балалы ғаиләләр дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала

     

                 Рәсәйҙә 2024 йыл Ғаилә йылы исеме аҫтында үтә. Балалы ғаиләләргә пособие һәм ташламалар, башҡа түләүҙәргә бәйле тулыраҡ мәғлүмәтте Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында табырға була.

Фото №1 - Башҡортостанда бөтә балалы ғаиләләр дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ