Премьер-министр Михаил Мишустин Хөкүмәт ҡарарына ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, уйындарҙа еңеүселәргә 358 мең һум түләнә, көмөш миҙалға – 179, бронза награда яулағандар – 107,5 мең һум ала. Аҡсалата премия спортсыларҙы әҙерләгән тренерҙарға ла тәғәйенләнә. БРИКС илдәре Спорт уйындары Ҡазанда уҙҙы. Унда милли команда составында Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты. Беҙҙең республика атлеттары 12 алтын, 7 көмөш һәм 1 бронза миҙалға эйә булды.




