Баймаҡта илдә тәүге модулле дауахана барлыҡҡа киләсәк

Быға тиклем Башҡортостанда тиҙ ҡоролмалы биналарҙы тик фельдшер-акушер пункттары, китапхана һәм башҡа социаль объекттар урынлаштырыу өсөн төҙөйҙәр ине. Районда медицина учреждениеларына ҡытлыҡ мәсьәләһен властар тиҙ ҡоролмалы биналар менән хәл итә.

Урамдарға яҡтылыҡ, керәҙле элемтәне яҡшыртыу, зәңгәр яғыулыҡ үткәреү, дарыухана һәм фаптар төҙөү. Ишмөхәмәт, Йылайыр һәм Татлыбай ауылдарында йәшәүселәр көнүҙәк мәсьәләләрҙе барлай. Республика башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ахзат Бадранов ойоштороған осрашыу тәү сиратта хәл ителергә тейеш проблемаларҙы асыҡланы. Шуларҙың береһе Урғаҙа ауылында дауахана булмауы.

Ауыл халҡы бушлай медицина хеҙмәте күрһәтеү урынына пациенттарҙы түләүле дауаханаларға йүнәлтеү осраҡтарына иғтибар итеүҙе һораны. Азат Бадранов был мәсьәләне республика башлығының контроль идаралығы ярҙамында һәм тикшереү ойошторасағын белдерҙе. Урғаҙаларҙың үҙәгенә үткәне-юл ғазабы. Трассаның тауышалыуы һөҙөмтәһендә ауылға рейс автобустары ла йөрөмәй башлаған.

Юл хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ремонт эштәре башлбанған. Ләкин көнъяҡ райондарҙа яуған туҡтауһыҙ ямғырҙар сәбәпле, эштәр пландан ҡала башлаған. Шуға ҡарамаҫтан, республика етәкселеге вәғәҙә иткән барлыҡ йөкләмәләр ҙә үтәләсәк.

Һөҙөмтәләр бар. Һуңғы биш йыл дауамында үҙгәрештәр күҙгә күренерлек. Быйыл Урғаҙала ике ҡатлы мәҙәниәт йорто асыласаҡ. Ошо арала яңы һыуүткәргестәр төҙөлә башлаясаҡ.

Көньяҡ райондарҙы комплекслы үҫтереү артабан да дауам итәсәк. Район һәм ауыл хакимиәте башлыҡтарына халыҡ менән тағы ла әүҙем эш алып барыу бурысы ҡуйылды. Сөнки күп кенә мәсьәләр урында уҡ хәл итә алырлыҡ. Ә инде намыҫһыҙ ҡаҙылма байлыҡтар сығарыусылар ведомство-ара комиссия контролендә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ