Бөрйән районы Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында спорт һәм мәҙәниәт үҙәген төҙөү тамамланды

Бәләкәй Ҡыпсаҡ ҙур ауыл түгел, халыҡ иҫәбе 100-гә яҡын. Әммә ауылда берҙәм, дәррәү, эшһөйәр халыҡ йәшәй. Улар спорт ярыштарында ла, мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, еңеү яулай. 2019 йылда Бәләкәй ҡыпсаҡтар клуб төҙөргә хәл итә, сөнки элеккеһе авария хәлендә була. Дөйөм көс менән нигеҙ ҡорола, бура күтәрелә, ҡыйыҡ ябыла. Был эштә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә ынтыла, хатта, вахта ысыулы менән эшләгәндәр ҙә ялын ошо төҙөлөштә үткәрә. Әммә клубҡа электр селтәре һуҙыу, йыһазландырыу һәм башҡа кәрәк-яраҡтар өсөн матди сығымдар талап ителә. 2022 йылда ауыл халҡы ҡултамғалар йыйып Башҡортостан башлығына мөржәғәт итә.

Радий Хәбиров 27 октябрҙә уҙған тура бәйләнеш ваҡытында Бәләкәй Ҡыпсаҡтарға ярҙам буласағын белдерә. Әйткән һүҙ-атҡан уҡ тип, спорт-мәҙәниәт үҙәген сафҡа индереүгә кәрәкле 2 миллион 300 мең һум аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленә. Әле объектта төҙөлөш эштәре тулыһынса тамамланған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ