Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары халыҡ хәтерендә. Ғафури районы Ҡолҡан ауылында илебеҙҙе фашизмдан азат итеүсе һалдаттарға арналған обелиск асылды. Уны төҙөү «Табын» социаль, мәҙәни, иҡтисади үҫеш фонды ярҙамы менән «Батырҙарыбыҙҙың исемдәрен хәтерләйбеҙ» проекты сиктәрендә Рәсәй Президенты грантына тормошҡа ашырылған. Ҡолҡан ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 167 кеше киткән, уларҙың 61-е генә тыуған еренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу бәхете яҙған. Ике йыл элек әүҙем ауылдаштар обелискты яңыртыу һәм үҙәк урмға күсереү тәҡдимен индергән.
Ҡолҡан ауылы халҡы бөгөнгө етеш тормошта йәшәүҙәре өсөн яу яландарында илебеҙгә азатлыҡ яулаған олатайҙарына, тылда Еңеү яҡынлаштырыусы өләсәйҙәренә рәхмәтен белдереп, обелиска венок һәм сәскәләр һалды. Сарала ҡатнашыусы илһөйәрҙәр Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Еңеү һалдаттары исемен мәңгеләштереүҙә тос өлөш идергән ауылдаштар, яҡташтар тырышлығы рәхмәт хаттары менән баһаланды.



