Ауырғазы районында «Уяв» төбәк-ара сыуаш мәҙәниәте фестивале үтте

Халыҡ байрамы сәсеүҙән һуң, урып-йыйыу эштәре алдынан ойошторола. Был юлы сара илдең төрлө төбәктәренән биш тиҫтәләп ижади коллектив һәм солисты бергә йыйҙы. Фестивалдә көнкүреш һәм һөнәрселек әйберҙәренән торған күргәҙмә, этнография майҙансыҡтары эшләне. Килгән халыҡ сыуаш халҡының боронғо кәсептәре, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм мәҙәниәте менән яҡындан танышты.

Ауырғазы районы - сыуаш мәҙәниәтенең үҙәге һанала. Шуға ла төбәк-ара фестивален үткәреү майҙаны булараҡ осраҡлы һайланмаған. Быйылдан ул республиканың брендлы саралар исемлегенә индерелде. Ә инде конкурс сараларында ҡатнашҡан ижади коллективтар араһында эстрада башҡарыусыларынан Ауырғазы районының «Парне» сыуаш вокал ансамбле иң яҡшыһы тип танылһа, фольклор буйынса Пенза ҡалаһынан килгән ижади төркөмгә етеүсе булманы. Фестиваль Гала-концерт һәм йола йырҙарын башҡарыу менән тамамланды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ