Республикала «Мототехника» операцияһы бара

Йыл башынан алып республикала мотоцикл водителдәре, скутерҙар һәм мопедтар ҡатнашлығында 80-гә яҡын юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Аварияларҙа 5 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Ҡырмыҫҡалы районында мотоциклды туҡтатырға уйлай. Әммә водитель урман яғына боролоп ҡасырға маташа. Әммә алыҫ китә алмай. Тикшереүҙәр барышында руль артында бәлиғ булмаған бала, ә уның артында әсәһе ултырыуы асыҡлана. Хоҡуҡ һаҡсылары бер нисә административ материал төҙөй, шул иҫәптән әсә кешегә балаһын тейешенсә тәрбиәләмәгәне өсөн.

Дәүләт автоинспекцияһы статистикаһы күрһәтеүенсә, зыян күреүселәр араһында һәр өсөнсөһө - бәлиғ булмағандар. Әле республикала «Мототехника» операцияһы бара. Дәүләт автоинспекторҙары өс көн эсендә 150-гә яҡын ҡағиҙә боҙоу осрағын теркәгән. Хоҡуҡ һаҡсылары даими рәүештә чат-бот аша бәлиғ булмаған байкерҙар тураһында хәбәрҙәр ала, улар йыш ҡына бер ниндәй ҙә экипировкаһыҙ ҡала һәм ауыл урамдары буйлап йөрөй. Ике тәгәрмәсле транспорт менән идара итеү ҡағиҙәләрен өлкәндәр ҙә һанға һуҡмай.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ