Баймаҡ ҡалаһында гәүһәр һәм алтын туйҙарын билдәләүсе оҙайлы йылдар бергә йәшәгән парҙар ҡотлауҙар ҡабул итте. Был хаҡта киләһе яҙмала.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә никахтарын йәш пар - Рамаҙан менән Гөлнара Кәйекбирҙиндар теркәне. Уларға үрнәк булған 7 ғаилә ҡотлауҙар ҡабул итте. Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн миҙалына быйыл Таңһылыу һәм Кәрим Илтининдар лайыҡ булды.
Рәис һәм Зәйтүнә Йәнбәковтар туйҙарын 4 йыл көтәләр. Ә бына Нуритдин менән Әлмира Шәһиевтар бер-береһен беренсе кластан уҡ белә. Хәҙер алтын туйҙарын билдәләүсе парҙар бәхетле ғаилә, татыу ғүмер итеү серҙәре менән йомарт бүлешә.
Гүһәр туйҙарын билдәләүсе Дамир һәм Фәниә Кәримовтар бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ғаилә башлығы геологик разведкала эшләй, ҡатыны уҡытыусы була. Хәҙер улар 6 ейән-ейәнсәренең уңыштарына шатланып, уларҙың иғтибарына һәм хөрмәтенә төрөнөп йәшәй.
2024 йыл Рәсәйҙә “Ғаилә йылы” тип иғлан ителде. Уның тәүге ярты йыллығында Баймаҡтың ЗАГС бүлегендә 96 никах теркәлгән.
Һәр ғаиләнең үҙ тормош һуҡмағы, үҙ тарихы. Бәхетле парҙарға һәр кем изге теләктәрен еткерҙе, республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хаты, бүләктәре тапшырылды. Район мәҙәниәт йорто артистарының сығыштары ла юбилярҙар күңеленә хуш килде.
Рузилә Ғүмәрова






