Стәрлебаш районы үҙәгендә Хәрби дан һәм хәтер аллеяһы яңыртыла

Ул «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Аллеяла Бөйөк Ватан яугаирҙары иҫтәлегенә генә түгел, төрлө хәрби ғәскәрҙәргә бағышлап һөйкәлдәр урынлаштырылған. Ремонт барышында уларҙы тәртипкә килтереү һәм яңыларын ҡуйыу ҡаралған. Улар - Хеҙмәт ветерандары менән һуғыш балалары, танкистар һәм махсус хәрби операция яугирҙарына бағышланасаҡ.

Хәрби дан һәм хәтер аллеяһында Стәрлебашта ойошторолған төп хәрби-патриотик саралар уҙғарыла. Реконструкцияны тамамлағандан һуң, биләмә урында йәшәүселәрҙең яратҡан ял итеү урынына әйләнер, тигән өмөттә хакимиәт вәкилдәре.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ