Радий Хәбиров юлда именлекте көсәйтеү буйынса өҫтәмә саралар күрергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе. Унда авариялар сәбәптәре ҡаралды, юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү саралары буйынса фекер алышыу булды. Быйыл 6 айҙа авариялар һаны 20 процентҡа аҙайған. Ваҡиғаларҙа йәрәхәтләнгәндәр кәмегән, әммә үлгәндәр күбәйгән. Бәхетһеҙ осраҡтарҙы кәметеү өсөн машина йөрөтөү оҫталығын арттырыу һәм тәртип сараларын күреү кәрәклеге әйтелде. Авариялы урындарҙа өҫтәмә юл билдәләре ҡуйыу, видеокамералар һанын арттырыу тәҡдимдәре яңғыраны. Дүртөйлө – Нефтекама һәм Өфө – Бөрө – Яңауыл трассаларын тәртипкә килтереү уңышлы миҫал булараҡ килтерелде. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 2022 йылдан юлдарҙа өҫтәмә билдәләр һәм камералар ҡуйылды, йәйәүлеләр өсөн һыҙаттар йыһазландырылды. Бындай саралар авариялар һанын кәметергә булышлыҡ иткән. Тиҙҙән М-5 федераль трассаһының Өфө – Иглин өлөшөндә һәм Өфө – Инйәр – Белорет юлында ла ошондай саралар күреү ҡарала. 

Фото №1 - Радий Хәбиров юлда именлекте көсәйтеү буйынса өҫтәмә саралар күрергә ҡушты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ