Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан белдереүҙәренсә, конкурста айырым хәбәрселәр һәм коллективтар ҡатнаша ала. Заявканы 1 сентябргә тиклем тапшырырға кәрәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса быйылдан дәүләт наградаһы суммаһы 5 тапҡыр арттырылды. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына лайыҡ булғандарға 500 мең һум бирелә.







