Мөмкинлеге сикле балаларға реабилитация үтеү өсөн сертификаттар бирелә

            Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға реабилитация үтеү өсөн сертификаттар бирелә. “Әсә йөрәге” йәмәғәт ойошмаһы яңы проект тормошҡа ашыра башланы. Инвалид баланың сәләмәтлеген нығытыу өсөн сертификат алып Өфөлә дауаланыу үтергә була. Дим районында “Торнаҡай” реабилитация үҙәгендә белгестәр ҡабул итә. “Саҡыртыу буйынса табиптар өйҙә ятҡан балаларға ла бара ала”, - ти “Әсә йөрәге” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлшат Ибраһимова.

Мөмкинлеге сикле балаларға реабилитация үтеү өсөн сертификаттар бирелә

                  Реабилитацияға сертификат алыу өсөн Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына мөрәжәғәт итергә кәрәк. 2024 йыл Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы исеме аҫтында үтә.

Фото №1 - Мөмкинлеге сикле балаларға реабилитация үтеү өсөн сертификаттар бирелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ