Өфө районы Шмидт ауылында шәхси йорттарҙың береһендә 19 йәшлек егет тыйылған матдәләр эшләү менән шөғөлләнгән. Бының өсөн тейешле ҡорамалдар һатып алынған. Именлек хеҙмәткәрҙәре тентеү барышында 7 килограмм наркотик, шулай уҡ башҡа тыйылған матдәләр тапҡан. Егет ҡулға алынған, ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.







