Йыл һайын йәй унда бөтә Рәсәйҙән төрлө олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа еңеүсе йөҙҙән ашыу бала уҡый. Мәктәпкә космонавтар, Советтар Союзы Геройҙары, илдең алдынғы юғары уҡыу йорттары ғалимдары килә. Улар уҡыусыларға Ҡояш системаһы, ғаләм, күк йөҙө тураһында һөйләй, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Астрономия фәненән тыш, физика, биология, география буйынса лекциялар уҡыла.







