5 йыл элек ауыл халҡы клуб төҙөргә хәл итә. Дөйөм көс менән нигеҙ ҡорола, бура күтәрелә, ҡыйыҡ ябыла. Клубҡа электр селтәре һуҙыу, йыһазландырыу һәм башҡа кәрәк-яраҡтар өсөн матди сығымдар талап ителә. 2022 йылда ауыл ҡултамғалар йыйып Башҡортостан башлығына мөржәғәт итә. Радий Хәбиров тура бәйләнеш ваҡытында ярҙам буласағын белдерә. Республика ҡаҙнаһынан Спорт-мәҙәниәт үҙәген төҙөү өсөн 2 миллион 300 мең һум аҡса бүленә. Ауыл старостаһы Фәрзәт Ҡаһарманов.




