Радий Хәбиров хәрби наградалар тапшырҙы

Радий Хәбиров хәрби наградалар тапшырҙы

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм гуманитар конвой водителдәренә Генерал Шайморатов орден-миҙалдарын тапшырҙы. “Рәсәй Президенты һәм ил етәкселеге, барлыҡ республика халҡы исеменән рәхмәт белдерергә рөхсәт итегеҙ. Һеҙ барығыҙ ҙа ысын геройҙар. Минең өсөн бөгөн һеҙҙең ҡулығыҙҙы ҡыҫыу — ҙур хөрмәт. Барыһына ла ихлас ихтирам белдерәм. Ғаиләләрегеҙ, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙға ярҙамығыҙ һәм үҙ-ара аңлашыуығыҙ өсөн рәхмәт ”, - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы күрһәтмәһе буйынса, хәрби хеҙмәт үтеү өсөн контракт төҙөгән граждандарға түләү арттырылды. Бығаса бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең суммаһы 205 мең һум булһа, 10 июлдән ул республика ҡаҙнаһы иҫәбенә 505 мең һумға тиклем еткерелде. Контракт төҙөгәндә Рәсәйҙең Оборона министрлығы һәм муниципалитеттар түләгән аҡса менән бергә 1 миллион һум була. 

Фото №1 - Радий Хәбиров хәрби наградалар тапшырҙы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ