Радий Хәбиров Ер-мөлкәт мәсьәләләре буйынса Волга буйы федераль округы конференцияһында сығыш яһаны

Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында Ер-мөлкәт мәсьәләләренә һәм дәүләт кадастрын баһалауҙың 25 йыллығына арналған Волга буйы федераль округы конференцияһы үтте. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Волга буйы федераль округының конференцияһын тап Өфөлә уҙғарыу осраҡлы түгел. Республика буйынса берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында 4 миллион ярым капиталь төҙөлөш объекты һәм ер участкаһы тураһында мәғлүмәт бар. Был объекттар буйынса мәғлүмәттәрҙең тулылығы һәм аныҡлығы 100 процентҡа етә. Юғары күрһәткес - Росреестрҙың башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары менән килешеп эш итеү һөҙөмтәһе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре хеҙмәттәренең сифаты һәм һөҙөмтәлелеге теге йәки был төбәктең хәлен билдәләй. Сөнки ерҙе әйләнешкә һәм иҡтисади эшмәкәрлеккә һөҙөмтәле йәлеп итеү, дәүләт, муниципалитет мәнфәғәттәрен яҡлау мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

Рәсәй президенты Владимир Путин Хөкүмәткә 2025 йылға тиклем Берләшкән Дәүләттәр берләшмәһе илдәренең берҙәм порталын булдырырға ҡушты. «Милли мәғлүмәттәр системаһы»н ойоштороу бөгөнгө көндә өҫтөнлөклө эш йүнәлештәренең береһе булып тора. Шулай уҡ файҙаланылмаған ер ресурстарын һәм мөлкәтен әйләнешкә индереүҙе дауам итеү мөһим талап ителә. Был конференция уңышлы эш тәжрибәләрен уртаҡлашыу йәһәтенән һөҙөмтәле булыр тип көтөлә. Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская әйтеүенсә, республикала уңышлы эш алымдары күп. Был тәңгәлдә махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам сараларын да атап үтергә мөмкин.

Башҡортостандың дәүләт милке ҡарамғында булған 8 шифаханаһы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын ҡабул итә. Әгәр ҙә үткән йылда был учреждениеларҙа 1 мең 676 кеше һаулығын нығтыһа, быйыл ярты йылда ғына республика шифаханаларына 2 мең 67 яугир һәм уларҙың ғаилә ағзаларына юллама бирелгән. Ғаризалар килеүен дауам итә. Ихтыяж артҡан осраҡта республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡса күләме лә арттырыла.

Наталья Полянская, Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ