Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн ихтирам һәм оло рәхмәт. Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугирҙары һәм гуманитар ылау ташыусы водителдәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Радий Хәбиров әйтеүенсә, улар беҙҙең өсөн барыһы ла герой һәм иң юғары наградаларға лайыҡ. тантанан Айнур Кәбиров репортажы.
Юлдаш хәҙер нисәнсе тапҡыр донбасҡа барғанын хәтерләмәй ҙә. Иҫәпте юғалттым инде, ти йөк автомобиле водителе. Юлдаш Биков хәрби операция башланғандан алып Рәсәйҙең яңы төбәктәренә гуманитар ылау ташый. Тәүҙәрәк эш булһа, һуңыраҡ был сәфәрҙәр намыҫ бурысына әйләнде, ти ул.
Ҡар-ямғыр яуып торһонмо, төн тип тормай водителдәр һәр саҡ юлда. Беҙҙең туҡтап торорға хоҡуғыбыҙ юҡ, беҙҙе унда көтөп торалар, ти водителдәр. Уларҙың тырышлығы махсус хәрби операция маҡсаттарына ирешеүгә ҙур өлөш индерә. Был хеҙмаәт тә иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел, Водителдәр юғары наградаларға лайыҡлы, тигәйне Радий Хәбиров. Бөгөн иһә бер төркөм водителдәр Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.
Яугирҙар өсөн иһә, тыуған яҡтан ярҙам килеүе оло байрамға әйләнә. Беҙгә хатта буш ҡаптар килеүе лә дәрт, көс өҫтәй, ти хәрбиҙәр. Иң мөһиме иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар. Миңлеғәле Шайморатов миҙалын алыусы «Солтан» ҡушаматлы яугир ҙа награданы дәүләт иғтибары тип ҡабул итә. Ә иң мөһиме балалар өсөн ғорурлыҡ, ти ул.
Отсавкалағы хәрбиҙәр, алғы һыҙыҡтағы яугирҙар, гуманитар ылау ташыусылар, социаль ярҙам күрһәтеүселәр. Бүләкләнеүселәрҙең барыһы ла еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Беҙҙең өсөн барығыҙ ҙа герой, тине республика етәксеһе бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп.
Шайморатов ордены менән бүләкләнеүсе йырсы Радик Динәхмәтов яугирҙарға дәүләт башлығы Владимир Путиндың һүҙҙәрен хәтеренә төшөрҙө. Һәр контракт төҙөүсе үҙенә иң ҡәҙерле булған кешеһе, яҡындары, тыуған иле өсөн яуапалылыҡҡа ҡултамға ҡуя. Шуға күрә еңеү ҙә беҙҙеке буласаҡ, тине «Певец» ҡушаматлы яугир
Айнур Кәбиров



