Ялдан һуң«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Ялға ҡайтҡан яугирҙар йәнә юлға сыҡты. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпусктан һуң «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмөн оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Ватан һаҡсыларын власть һәм төрлө йәмәғәт хәрәкәттәре вәкилдәре сәләмләне, күп һанлы дуҫтары һәм яҡындары өгөт-нәсихәт һүҙҙәре еткерҙе. Ҡыҫҡа ғына хушлашыуҙан һуң һалдаттар ойошҡан рәүештә автобустарға ултырып, хеҙмәт иткән ерҙәренә ҡуҙғалды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ