Бөрйән районының мәҙәниәт учреждениелары яңырыу осоро кисерә

«Мәҙәни мөхит» милли проекты сиктәрендә һуңғы 5 йыл эсендә төбәктә район мәҙәниәт һарайының, Ғәҙелгәрәй, Ҡотан ауылы клубтарының матди-техник базаһы яңыртылған. Ә Иҫке Собханғол ауылында кино залы эшләй башлаған. Заман һулыш алған объекттарҙың эшмәкәрлеге менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.

Бөрйән район мәҙәниәт һарайы сәхнәһе көнө буйы йыр-моңдарҙан яңғырап тора. Әлеге ваҡытта бында 3 тиҫтәгә яҡын ижади коллектив эшләп килә. Оло быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә, балалар ҙа ҙур теләк менән шөғөлләнә, фольклор төркөмддәре лә, вокал ансамблдәре лә, бейеү коллективтары ла бар. Бөрйәндәр республика, хатта ил кимәлендәге конкурс-фестивалдәрҙә лә һынатмай. Мәҫәлән быйыл райондың «Ялҡын» балалар өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Байыҡ» конкурсында гран-при яулаған.

Мәҙәниәт хеҙмәткрәҙрәе әйтеүенсә, ижади еңеүҙәр артында тынғыһыҙ эшмәкәрлек һәм матди-техник база ята. Сөнки лайыҡлы сығыш яһау өсөн ныҡлы әҙерлек талап ителә. Был йәһәттән район мәҙәниәт һарайында бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Учреждениеның матди-техник базаһын республика ҡаҙнаһы иҫәбенә нығытылған.

2019 йылда Иҫке Собханғолда 48 урынлыҡ кинотеатр ҙа асылған. Ошо маҡсатта 5 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Зал заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Оператор Таңһылыу Балдыбаева әйтеүенсә, уҡыу йылы дауамында балалар күпләп килә.

Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылы клубы ла яңы һулыш кисерә. 3 йыл элек бында тулы төҙөкләндереү уҙғарылған, музыка ҡорамалдары алынған. Ғәҙелгәрәйҙә йыр-моң һөйгән, дәүртле халыҡ йәшәй. Ижади коллективтар Шүлгәнташ музей-комплексында уҙғарылған сараларҙа ла, ауылда ойошторолған кисәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Мәҙәниәт учреждениеһын төҙөкләндереү халыҡты тағы ла нығыраҡ берләштерҙе, ти ғәҙелгәрәйҙәр.

Ремонт эштәре, музыка ҡорамалдары, сәхнә костюмдары. Бөрйән районында мәҙәниәт учреждениеларын яңыртыу төрлө юҫыҡта алып барыла. Һуңғы йылдарҙа мәҙәниәт өлкәһенә иғтибар артты, сиратта-башҡа ауылдар, ти хужалар.

Ауыл ере өсөн мәҙәниәт усактары ябай ғына учреждение түгел, бар тормош уның тирәһендә әйләнә. Рәсми осрашыуҙар ҙа, мәҙәни саралар ҙа клубтар ҙа үтә. Ә иң мөһиме мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре милли-мәҙәни хазиналарыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлау, йәш быуынға тапшырыу эшен алып бара.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ