Өфөлә абхаз һәм башҡорт халыҡтары дуҫлығына арналған колоннада төҙөлә

Өфөлә абхаз һәм башҡорт халыҡтары дуҫлығына арналған колоннада төҙөлә

Архитектура объекты Сухум ҡалаһында урынлашҡан колоннаданың күсермәһе. Ул Ағиҙел яры буйында Дуҫлыҡ монументы ҡаршыһында урынлаша. Былтыр октябрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания колоннадаға тәүге нигеҙ ташын һалды. “Иҫтәлекле ҡоролма туғанлыҡ һәм татыулыҡҡа һәйкәл була”, - ти тарихсы Нурислам Ҡалмантаев.

Өфөлә абхаз һәм башҡорт халыҡтары дуҫлығына арналған колоннада төҙөлә

“Өфөнөң Ағиҙел яры көндән-көн матурлана. Яңы объект уға тағы ла гүзәллек өҫтәйәсәк”, - ти замандаштарыбыҙ.

Өфөлә абхаз һәм башҡорт халыҡтары дуҫлығына арналған колоннада төҙөлә

Ике республика араһында бәйләнештәр үткән быуаттың 20-се йылдарында башлана. Аслыҡ ваҡытында Абхазия Волга буйы төбәктәренә аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күп кенә һалдаттар Абхазия госпиталдәрендә дауалана. Грузия-Абхазия араһында низағ сыҡҡас, Башҡортостан унда гуманитар ярҙам ебәрә. Коллонаданы быйыл Өфөнөң 450 йыллығына арналған саралар барышында асыу ҡарала.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ