Быйыл 6 айҙа республикала 951 меңдән ашыу кеше диспансерлаштырыу үткән

Уларҙың яртыһынан күбеһе хеҙмәт йәшендәгеләр. Хөкүмәттә уҙған кәңәшмәлә ошо турала белдерелде. Халыҡ 70-тән ашыу медицина учреждениеһында тикшерелә. Шулай уҡ мобиль бригадалар йәлеп ителгән. Фельдшер-акушер пункттарында ла белгескә күренә ала. “Мөһим ваҡытты үткәреп ебәрмәгеҙ, үҙ аллы дауаланмағыҙ”. Табип-терапевт Рәфиә Буранбаева шундай кәңәш бирә. “Диспансерлаштырыу барышында сирҙәр асыҡлана. Халыҡты поликлиникаға саҡырабыҙ”, - ти ул.

Быйыл 6 айҙа республикала 951 меңдән ашыу кеше диспансерлаштырыу үткән

Диспансерлаштырыу үткәндәрҙә 200 меңгә яҡын ауырыу асыҡланған. Улар араһында ҡан тамырҙары һәм тын юлдары сирҙәре, яман шеш бар. 258 мең самаһы пациент өҫтәмә тикшерелеүгә ебәрелгән.  Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, баш ҡаланың 13 дауаханаһы нигеҙендә Сәнәғәт медицинаһы үҙәге асылған. Унда Өфө моторҙар эшләү берекмәһе хеҙмәткәрҙәренә комплекслы ярҙам күрһәтелә. Улар шулай уҡ диспансер тикшерелеүе үтергә хоҡуҡлы.

Фото №1 - Быйыл 6 айҙа республикала 951 меңдән ашыу кеше диспансерлаштырыу үткән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ