Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, профилле математика, физика, биология, химиянан юғары баһа алған уҡыусылар һаны артҡан. Быйыл 155 егет һәм ҡыҙ Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырған. Былтыр унадайҙар һаны ике тапҡыр аҙыраҡ ине. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса дәүләт аттестацияһы ваҡытында иң юғары баһа алған уҡыусыларға 150 мең һум премия бирелә, уҡытыусыларға 50 мең һум түләнә.







