Красный Луч ҡалаһында күп фатирлы йорттарҙың береһенең ҡыйығын капиталь ремонтлау тамамлана

Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһында күп фатирлы йорттарҙың береһенең ҡыйығын капиталь ремонтлау тамамлана. Махсус инфраструктура проекты сиктәрендә Башҡортостан быйыл шеф-төбәк булараҡ бында 6 ҡыйыҡты яңыртырға планлаштыра. Уларҙың ҡайһы берҙәре авария хәлендә.

Был Красный Лучтағы күп фатирлы йорттарҙың береһе. Башҡортостандан килгән белгестәр ҡыйыҡты тулыһынса яңырыу менән шөғөллөнә. Төҙөүселәр әйтеүенсә, иҫке конструкциялар авария хәлендә. Йорт төҙөлгәндән алып бында бер тапҡыр ҙа ремонт үткәрелмәгән. 30-ҙан ашыу фатир хужалары йыш ҡына ҡыйыҡтың емерек хәлдә булыуына зарланған. Хәҙер юғары дымлыҡтан халыҡты заманса технологиялар һаҡлаясаҡ. Иҫке шифер һауа шарттарына сыҙамлы тимер япма менән алмаштырыла.

Елләтеү каналдары, кирбес һалыу тергеҙелә, Эштәр 90 процентҡа үтәлгән. Керамзит 50 процентҡа йәйелгән. Барыһы ла графикка ярашлы бара. Эш сифатлы башҡарыла.

Федор Евлампьев, Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса идаралыҡтың техник контроль секторы баш белгесе

Украина хәрби көстәренең утҡа тотоуы һөҙөмтәһендә зыян күргән 7-се мәктәп тә тергеҙеү исемлегендә. Эштең тағы бер йүнәлеше - юл инфраструктураһын үҫтереү.

Әле Башҡортостан вәкилдәре Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары араһындағы трассала эшләй. Бер үк ваҡытта Красный Луч ҡалаһының 27 юл участкаһын яңыртыу планлаштырыла.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ