Баймаҡтағы «Башҡорт ихатаһы»на асфальт түшәлә

Билдәле булыуынса, республика программаһы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылда ғәмәлгә ашырыла башланы. Тәүге биш йыл 400 мең кеше йәшәгән 1 мең 326 ихата төҙөкләндерелде. Эштәрҙе башҡарыуға йүнәлтелгән сығымдарҙың күбеһе республика бюджетынан бүленә. Теманың дауамы Баймаҡ ҡалаһынан әҙерләнгән репортажда.

Тыныслыҡ 25, Чекмарев 17, Есенин 1 һәм 3 урамдарының йорт яндары төҙөкләндерелә. Ихатала был йәҙәттән тиҫтәләгән йылдар етди эштәр башҡарылмай. Һәм бына, ниһайәт, урындағы халыҡ уның үҙгәрәшен күҙәтә.

Бында асфальт япмаһын яңыртыу, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар, эскәмйәләр, балалар өсөн заманса уйын һәм спорт майҙансыҡтары, парковка урындары, яҡтылыҡ, йәшелләндереү эштәре башҡарыласаҡ. Башҡорт ихатаһының төп маҡсаты - халыҡҡа уңайлы мөхит булдырыу.

«Башҡорт ихаталары» программаһының төп асылы - барыһы ла таҙа һәм төҙөк ихаталарҙа йәшәргә тейеш. Баймаҡ ҡалаһының күп фатирлы йорт биләмәләрен төҙөкләндереү киләһе йылда ла дауам итәсәк.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ