Республика халҡы иҫерек водителдәр тураһында хәбәр ҡалдыра ала. Мөрәжәғәттәр тәүлек әйләнәһе телефон аша ҡабул ителә. Уларҙы шулай уҡ Телеграм-каналға ебәрергә була. Республика баш автоинспекторы Владимир Севастьянов һөйләй.
Быйыл республикала 1 мең 400-ҙән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Йыл башынан 8,5 меңгә яҡын иҫерек водитель тотолған. Владимир Севастьянов белдереүенсә, аҙна һайын хәмер эсеп рулгә ултырған 250-300 автоһәүәҫкәр ҡулға алына.







