Өфөлә Фехтование үҙәге 72 процентҡа әҙер

Башҡортостан Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле бина эсендә эске биҙәү эштәре алып барыла, инженер һәм коммуналь селтәрҙәр үткәрелә, шулай уҡ биләмә тәртипкә килтерелә. Тиҙҙән Мәскәүҙән фехтование менән шөғөлләнеү өсөн ҡорамалдар килтерелә башлай. Үҙәкте быйыл октябрҙә файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Ул баш ҡаланың 450 йыллығын үткәреү уңайынан юбилейлы объекттар исемлегенә инә. Бина Затон биҫтәһендә Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге янында урынлашҡан. 

Фото №1 - Өфөлә Фехтование үҙәге 72 процентҡа әҙер
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ