Яңауыл – Иҫке Күрҙем муниципаль-ара трассаһында төҙөкләндереү эштәре бара. Ул үтә насар юлдарҙы ремонтлау программаһына ярашлы тәртипкә килтерелә. Ремонт Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса башҡарыла. Быйыл 10 километр оҙонлоҡта юлға асфальт түшәлә. Эштәр йыл аҙағынаса тамамланырға тейеш. Бынан тыш, Яңауыл районында башҡа трассалар ремонтлана, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Юл хужалығы идаралығынан. Быйыл үтә насар юлдарҙы ремонтлау программаһы буйынса 215 километр оҙонлоҡта 60-тан ашыу участкала трасса һәм урамдар тәртипкә килтерелә.







