Радий Хәбиров һәм Сергей Когогин «Нефаз» предприятиеһы етештереү ҡеүәттәре менән танышты

«Нефаз» предприятиеһы киләсәктә йылына 3 мең автобус йыйырға ниәтләй. Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн заводта заманса роботлаштырылған комплекс урынлаштырыла. Яңы линияларҙан тыш өс инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Заводтың етештереү ҡеүәттәре менән бөгөн Башҡортостан башлығы һәм «Камаз» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Сергей Когогин танышты. Радий Хәбиров Нефтекамала шулай уҡ «Аттика» предприятиеһында, социаль учреждениеларҙа булды. Эш сәфәренең төп темалары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

«Нефаз» - Башҡортостандың ғына түгел, илдең ҡеүәтле предприятиеларының береһе, ул «Камаз» компаниялары төркөмөнә инә. Заводта 6 меңдән ашыу кеше эшләй. Быйыл сериялы етештереү линияһына ике яңы «Камаз» өлгөһө өҫтәлгән. Береһе тәпәш иҙәнле, икенсеһе вахта автомобиле. Вахта «Камазы» Алыҫ себер шарттарында эшләү өсөн яраҡлаштырлған, ул «Газпром» компанияһының заказы буйынса сығарыла.

«Нефаз»дың инвестиция проекттарына килгәндә, уларҙың береһе яңы транспорт өлгөләренә тағылмалар эшләү, икенсеһе пассажир автобустарын һынау полигоны төҙөү, өсөнсөһө автоматлаштырлған линия асып автобустар сығарыуҙы 3 меңгә еткереү.

Әле «Нефаз» предприятиеһы яңырыу осоро кисерә тип әйтергә мөмкин, урында модернизациялау буйынса ике проект тормошҡа ашырыла. Киләсәктә цехтарҙа роботтарҙа эшләй башлай, улар кузовтарҙы иретеп йәбештереү менән шөғөлләнәсәк. Эште автоматлаштырыу етештереү кимәлен арттырырға һәм еңелләштерергә булышлыҡ итә. Икенсенән, эшсе ҡулдарға ихтыяж кәмей, предприятиела кадрҙарға ҡытлыҡ бар.

«Аттика» Нефтекамалағы яңы предприятие, 2021 йылдан эшләп килә. Йылдам үҫеш биләмәһе резиденты. Инвестиция проекты Башҡортостанда Радий Хәбировтың ярҙамы менән тормошҡа ашырыла башлай. Бөгөн «Аттика» уңышлы эшләгән заманса завод, бында полимер ыҫмалаһы етештерелә. Продукция автосәнәғәттә, буяуҙар, лактар, уйынсыҡтар эшләүҙә ҡулланыла. Предприятие быйылдан «Нефаз» менән дә хеҙмәттәшлек итә. Аттикала 3 тиҫтәнән ашыу кеше эшләй, бар процес автоматлаштырылған.

Ә был симуляция кабинеты, Бөрө медицина-фармацевтика колледжының Нефтекама филиалында асылған. Һөнәри уҡыу йорто ошо зонала урынлашҡан райондар өсөн уңайлы, белем алыу өсөн алыҫҡа йөрөргә кәрәкмәй. Колледж ҡала дауаханаһы биләмәһендә урынлашҡан, студенттар белем алыу менән бергә медицина учреждениеһында тәжрибә туплай. Йәш белгестәргә ихтыяж ҙур.

Радий Хәбиров һөнәри белем биреү учреждениеһының кимәлен юғары баһаланы. Башҡортостандың сигендә урынлашҡан муниципаль берәмектәрҙә филиалдар асыу мөһим, был йәштәрҙең ситкә китеүен кәметә, тине Радий Фәрит улы. Киләсәктә, Нетфекама дауаханаһында офтальмология бүлеге асыу ҙа ҡарала. Ошоға тиклем пациенттарға Өфөгә йәки Удмурт республикаһына йөрөргә тура килгән.

Башҡортостан башлығы Нефтекамаға эш сәфәре барышында ҡала баҙарына ла туҡталды. Мәғлүм булыуынса, тап Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса баҡсасыларға уңайлы, заманса сауҙа нөктәләре булдырылғайны.

Нефтекама республиканың төнъяҡ-көнбайыш ҡапҡаһы, ҙурлығы буйынса Башҡортостандаға дүртенсе ҡала. Әле бында 130 меңдән ашыу халыҡ йәшәй. Әле Нефтекама үҫеш осоро кисерә, ҡалала яңы инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла, заманса уңайлыҡтар барлыҡҡа килә.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ