Радий Хәбиров Нефтекамала МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре һәм ҡатындары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Нефтекама ҡалаһында махсус хәрби операцияла һәләк булған Денис Богданов, Валерий Фаршатов, Альберт Латипов, Артем Бурасов, Руслан Әхмәҙиев, Андрей Ташкинов, Тимур Стогов, Илмир Вилданов, Рөстәм Вәлиевтың ата-әсәләре һәм ҡатындары менән осрашты. Республика етәксеһе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ихлас ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм уларға Шайморатов орденын тапшырҙы. Һеҙҙең улдарығыҙ ысын геройҙар, улар менән менән ғорурлана алаһығыҙ, тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан башлығы Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған ҡатнашыусылар иҫтәлегенә мемориал төҙөләсәге хаҡында һөйләне.

Радий Хәбиров шулай уҡ Нефтекаманан хеҙмәт ветераны Эмма Хәзиева һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған Руслан Ғәлиевтың өләсәһе Нурия Шәйхулла ҡыҙы менән аралашты. Нурия Ғәлиева ейәне мәрхүм булғандан һуң төшөнкөлөккә бирелмәгән, ул алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар йөк йыйыуҙа ҡатнаша. Улар Радий Хәбировҡа яугирҙарҙың ғаиләләренә иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе. Нефтекаманың «Инеш» әҙәби берекмәһе ағзаһы Ғәфҡәт Темирғәлин Республика башлығына Фәнис Хөсәйенов тураһындағы китабын бүләк итте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ