51 йыл дауамында бында яҡын-тирәләге төбәктәрҙән һәм Рәсәйҙең ҡаһы бер субъектарынан меңдәрсә бала ял итә. Быйыл, яңы исем алып, реконструкция үткәндән һуң, элекке «Орленок» лагеры 600-ҙән ашыу баланы ҡабул итте. Йәш быуындың тәьҫоратары менән БЮТ ижади төркөмө ҡыҙыҡһынды.
Отряд телмәрҙәре, күңелле уйындар, дәртле бейеүҙәр. Стәрлебаш районының йәйге лагерында-балалар өсөнсө заезға йыйылды.
Был урын күптәргә яҡшы таныш. Марсель бала сағынан бында ял итергә яратҡан. Хәҙер ул-вожатый. Уҡыу тамамланыу менән бына инде 9-сы тапҡыр балаларға яңы мөхиткә яраҡлашырға, яҡшы ял итергә ярҙамлаша.
Әлеге ваҡытта бында 225 уҡыусы ял итә, уларҙың 100-ө ауыр тормош хәлендә һәм опекаға алынған. Бында Стәрлебаш районы, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Өфөн Һәм хатта Краснодарҙан балалар ял итә.
Балалар араһында хатта бында бер-нисә тапҡыр ял итеүселәр ҙә бар. Улар капиталь ремонт һәм реконструкцмянан һуң булған үҙгәрештәрҙе яҡшы тоя.
2021 йылда бында корпустар, йылытыу системаһы, һыу ҡыуҙырыу башняһы ремонтлана, матди-техник база нығытыла. Модернизация арҡаһында лагерь хәҙер йыл әйләнәһенә эшләй. Шулай уҡ 150 урынлыҡ ашхана һәм медсанчасть яңыртылған. Ә 2023 йылдың ғинуарында элекке «Орленок» тиҙ төҙөлә торған торлаҡ корпустар төҙөү буйынса бөтә рәсәй проектында ҡатнаша. Бында ике модуль төҙөлә. Эсендә душ бүлмәләре менән өс һәм дүрт урынлыҡ номерҙар.
Лагерҙа йәйге осорҙа 600-ҙән ашыу бала сағыу тәьҫораттар алған. Алда тағы ла бер заезд көтөлә. Артабан ремонтты дауам итеү, паркты төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ. Глобаль үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан лагерҙа элекке кеүек йылы һәм дуҫтарса мөхит һаҡланған. Һәм киләһе йәйҙә бында 52-се тапҡыр йәнә балалар тауыштары һәм быуындан-быуынға күсә килән отряд йырҙары яңғыраясаҡ.
Гүзәл Борханова






