Башҡортостанда «Фәрзәнә көнбайышҡа атлай» фильмы төшөрөлә башланы

«Фәрзәнә көнбайышҡа атлай». Тиҙҙән Ватан кинематографияһы тулыланасаҡ картина ошо исем менән сыға. Ҡуйыусы режиссер Булат Йосопов бөгөн ижади коллектив менән яңы фильм өҫтөндә эш башланы. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған кинотаҫма Учалы районындағы ысын хәл-ваҡиғаларға таянып яҙылған. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Фильм төшөрөү майҙанында йәштәр бик күп. Әминә Сәлмәнова төп ролдәрҙең береһен башҡара. Уның кино өлкәһендәге тәүге тәжрибәһе. Өҫтәүенә, ул атаһы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов менән бер картинаға төшә.

Проект техник яҡтан да ҡатмарлы булмаҡсы. Сөнки, республикала әлегә тиклем фильм бындай күләмдә төшөрөлгәне булмаған.

Әйткәндәй, фильм ысынбарлыҡҡа таянып ижад ителгән. Тарихи ваҡиғалар Учалы районы менән бәйле. Драматург Баныу Ҡаһарманова сценарийҙы һуғыш һәм тыл ветерандарының һөйләүҙәренә нигеҙләнеп яҙған.

Бөгөн эш тест режимда үтте. Иртәгә картина төшөрөлә лә башлар тип көтөлә. Шулай уҡ йола буйынса тәрилкәне ярыу ҙа ҡаралған. Фильмда 1944 йылғы ваҡиғалар һүрәтләнәсәк: һуғыш ҡыҙған осорҙа Учалынан малай-ҡыҙҙар 400 баш һыйырҙы Украинаға ҡыуып алып китә. Балалар араһында Фәрзәнә исемле ҡыҙ ҙа була. Кинола уның уй-кисерештәре аша һуғыш осоро балаларының яҙмышы яҡтыртыласаҡ. Фильм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығында киң прокатҡа сыға.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ