Шишмәләр махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итә

Ихласлыҡ менән башҡарылған һәр изге эш ҙур ҡиммәткә эйә. Шишмә ауылының 2-се мәктәбе Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ярҙам итә. Уҡыусыларҙың  “ҡоро душ” эшләргә ҡарар итеүе  - уларҙың дөйөм именлек өсөн көрәшкәндәргә ярҙам итергә теләүен күрһәтә. "Ата-әсәләр комитетынан Наҙгөл Михайлова үҙ оҫталығы менән уртаҡлашып, уҡыусыларҙы был изге эшкә рухландырҙы", - ти мәктәптең тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары кәңәшсеһе Зилиә Арыҫланова.

Шишмәләр махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итә

“Ҡоро душ” - махсус гигиена йыйылмаһы,  минималь күләмдә һыу ҡулланып, ялан шарттарында душты тулыһынса ҡабул итеүҙе алмаштырырға ярҙам итә.

Фото №1 - Шишмәләр махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ