Башҡортостан хужалыҡтары ураҡҡа төшә. Тәүгеләрҙән булып Илеш игенселәре ужым ура башлаған. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Альбина Ғабдуллина һөйләй.
Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, быйыл 2 миллионға яҡын гектарҙа бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы урып йыйырға кәрәк.







