Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһенә уйнаҡлап йөрөгән зубр менән видеояҙма һалған

Ә был беҙҙең зубр быҙауы. Ул Күгәрсен районында төшөрөлгән. Күрәһең, ҡырағай хайуанға беҙҙең башҡорт урмандарында оҡшай. Белорус-башҡорт зубрҙары ғаиләһендә быҙауҙар артабан да барлыҡҡа килер тип ышанабыҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йыл аҙағында, Беларусь менән килешеү сиктәрендә, Башҡортостанға беловеж зубрҙарының икенсе партияһы килтерелде. «Башҡорт зубры» проектының маҡсаты - зубрҙарҙы республика тәбиғәтенең тәбиғи өлөшө итеү. Хайуандар Мораҙым тарлауығында йәшәй, шулай уҡ уларҙы Урал аръяғына урынлаштырыу планлаштырыла.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ