Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе етәкселегендәге делегация Хәйбулла районында булды

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев етәкселегендәге делегация Хәйбулла районында булды. Тәүҙә улар 1-се Аҡъяр урта мәктәбен ҡараны. Район хакимиәте һәм мәғариф идаралығы вәкилдәре бинаға ремонт һәм яңы аҙыҡ-түлек блогы булдырыу кәрәклеге тураһында аңлатты һәм республика етәкселегенән был мәсьәләне тиҙерәк хәл итеүҙә ярҙам һораны.

Ҡунаҡтар «Таналыҡ» бассейны, Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығының Хәйбулла участкаһы базаһы, 3-сө Аҡъяр мәктәбе менән танышты. Артабан район хакимиәтендә ауыл биләмәләре башлыҡтары, депутаттар, мәктәп директорҙары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыу үтте. Уның барышында ағымдағы мәсьәләләр һәм биләмәләрҙе артабан социаль-иҡтисади үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ