Баймаҡ районында «Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестиваленә әҙерлек барышы тикшерелде

Аттар парады, ҡымыҙ-фест һәм батырҙар ярышы. Баймаҡ районында «Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестиваленә әҙерлек барышы тикшерелде. Йола буйынса ул Граф күле буйында үтәсәк. Сара йылҡысылыҡ, ҡымыҙ бешеү, кәсептәр, спорт ярыштары традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында уҙғарыла. Әгәр былтыр Республика башлығы фестивалдә башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм өйрәнеү менән шөғөлләнгән ғалимдар менән осрашһа, был юлы Радий Хәбиров йылҡысылыҡты үҫтергән республика фермерҙары менән аралашырға ниәтләй. Продукцияға һорау арта. Башҡортостанда был тармаҡта ҙур эштәр алып барыла. Ғилми-тикшеренеү институты булдырылған. Ә былтыр республика «Башҡорт аты» брендына Роспатент танытмаһы алды.

Радий Фәрит улы ошондай сара уйлап тапты. Ул бик популяр, йыл һайын яңы әйберҙәр менән хайран итә. Быйыл шундай ҡыҙыҡлы мәлдәр, йәки йәштәр әйтеүенсә, «фишкалар» ҙа буласаҡ. Шул иҫәптән видео ярыштарында хобби-хорсингтың эпотаж характеры, джигитовка, шулай уҡ тамашасылар яратып ҡабул иткән ат парады ла.

Азат Бадранов, Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары

«Башҡорт аты» өсөнсө Халыҡ-ара фестиваленең ойоштороу комитеты ултырышында Азат Бадранов, сарала урындағы халыҡ менән бергә, Рәсәй төбәктәренән махсус делегацияларҙың ҡатнашыуын билдәләне. Шулай уҡ, саҡырыуҙар Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, Төркиә һәм Берләшкән ғәрәп әмирлектәренә ебәрелгән. Фестиваль ҡатнашыусылары сертификатлы хәләл продукция менән һыйланасаҡ. Ә сара үҙе, бөтә республика һабантуйҙар кеүек алкоголһеҙ үтә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ