Бөрйән районы үҙәгендә ГТО нормативтарын тапшырыусылар артҡан

Был Иҫке Собханғолда махсус спорт комплексы асылыу менән бәйле. ГТО нормативтарын тапшырыу майҙансығы Бөрйән районы үҙәгендә 2021 йылда, «Спорт-йәшәү нормаһы» проекты сиктәрендә сафҡа инә. Объект Ағиҙел ҡасабаһы мәктәбенә беркетелгән.

Бөрйәндәр әйтеүенсә, был спорт комплексы бик кәрәкле. Сөнки төбәктә спорт яратҡан, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусылар бихисап. Заманса шарттар иһә спортҡа тағы ла күберәк кешене йәлеп итергә булышлыҡ итә. Был майҙансыҡта өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ГТО нормативтарын тапшыра. Тотош учреждениелар менән ойошҡан рәүештә килеүселәр ҙә бар. Уҡыусылар кластары менән килә. Быйыл яҙ спорт комплексында бер юлы йөҙҙән ашыу бала ГТО тапшырған.

ГТО нормативтарын тапшырыу комплексы эргәһендә волейбол майҙансығы урынлашҡан. Бында уйындар көнө буйы туҡтамай. Өлкәндәр, йәштәр һәм балалар командалары ла бар. Уйынсылар әйтеүенсә, спорт майҙансыҡтары бик кәрәкле. Спорт менән шөғөлләнеү сәләмәтлек өсөн дә файҙалы, икенсенән буш ваҡытты файҙалы итеп үткәрергә булышылыҡ итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ