Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте»н үткәрҙе

 

Унда иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында яңы проекттар ҡаралды. «Нефтекама ит комбинаты» етәкселеге эшкәртеү предприятиеһын яңыртыу пландары менән уртаҡлашты.

Унда ит продукцияһы етештереү күләмен йылына 10 мең ярым тоннаға тиклем арттырыу өсөн етештереү цехтарын реконструкциялау хаҡында һүҙ бара. «Уңыш» тоҡомсолоҡ заводы етәкселеге иһә Илеш районында мең ярым баш һыйырға иҫәпләнгән роботлаштырылған малсылыҡ комплексын төҙөү проектын тәҡдим итте. Киләһе йылда ул эшләй башлағас, производствола 30 кеше эш урыны аласаҡ.

Кәңәшмәлә шулай уҡ Благовещендә «Благолэнд» глэмпингын үҫтереү концепцияһы тәҡдим ителде. Бының өсөн инвестор 4 гектар майҙанлы ер участкаһы алырға ниәтләй. Осрашыуҙа шулай уҡ «Азимут» компанияһының инвестиция проекты тикшерелде. Эшҡыуарҙар М-5 трассаһының Самохваловка ауылы эргәһендә ике яғыулыҡ ҡойоу станцияһы, Өфөнөң Сельская Богородская урамында автомобиль газ тултырыу компрессор станцияһы төҙөргә ниәтләй. Радий Хәбиров бөгөнгө инвестиция проектарына тейешле ярҙам күрһәтеләсәген белдерҙе. Төбәк етәксеһе шулай уҡ «Инвестиция сәғәте»н һәр кесаҙна үткәреү бурысын ҡуйҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ