Бөгөн юлсылар күпер яндауҙарын тулыһынса яңыртыуға тотонған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, объектта төҙөкләндереү эштәре «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса алып барыла. Ремонтҡа 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Объектта төҙөкләндереү эштәре дәүләт стандарттарына ярашлы алып барыла. Ике ҡатламдан торған асфальт-бетон япмаһының күперҙәге ҡалынлығы 11 сантиметрҙы тәшкил итә. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән күпер бер нисә йыл элек авария хәлендә тип танылғайны. Белгестәр, яңыртыласаҡ тимер ҡоролмалар һыу өҫтө үткәүелен тағы лы ярты быуат ныҡлы тотоп торасағын билдәләй.
Шаҡша күперендә аҙна-ун көн элек транспорт хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләү индерелә. Шунлыҡтан капиталь ремонт эштәре тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Әгәр көндөҙ объектҡа туғыҙ тиҫтәләп кеше йәлеп ителһә, төндә 20 юлсы эшләй.
Планға ярашлы, яңыртылған күпер 2025 йылдың февралендә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Әммә юл хеҙмәткәрҙәре эште ваҡытынан алда тамамларға ниәтләй, шуға ла һәр минутты файҙалы ҡулланырға тырыша.
Азат Ғәлиуллин






